01.07.2019 Салат тәмле булһын тиһәгеҙ…
Барлыҡ ингредиентты ла бер төрлө – йә шаҡмаҡлап, йә һаламлап турарға кәрәк. Ҡунаҡтар алдына ҡуйғанда матур була.
- Сей йәшелсәне пластик йәки быяла таҡтала турағыҙ. Ағас таҡта һутты һәм еҫтәрҙе һеңдерә.
- Сей йәшелсәләрҙе табынға бирер алдынан ғына турағыҙ. Йылыла витаминдары тарҡала башлай, һуты аға.
- Салатҡа аҙ ғына һарымһаҡ тәме бирергә теләһәгеҙ, һарымһаҡ ышҡылған икмәк киҫәге һалып тороғоҙ.
- Салат әҙерләгәндә йылы ингредиенттарға һалҡынын ҡушырға ярамай. Юғиһә тиҙ боҙола.
- Салатты тик быяла йәки эмаль һауытта һаҡлағыҙ. Уны һыуытҡыста 12 сәғәттән дә оҙаҡ тоторға ярамай.
- Тоҙҙо салатҡа табынға бирер алдынан ғына һалығыҙ. Йәшелсәнең һуты ныҡ аҡмаҫ.
- Салаттың өҫтөн составындағы ризыҡтар менән генә биҙәйҙәр.