«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялыуҙар һаны кәмей



24.06.2019 Ялыуҙар һаны кәмей

Башҡортостандың һәр төбәгендә табиптар етәсәк. Был киләсәктә. Ә әлегә белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса эштәр дауам итә.

Өфөнөң 18-се, 10-сы дауаханаларына, 3-сө, 38-се балалар поликлиникаларына етмәгән медицина белгестәрен саҡырыу, эшкә алыу яҡшы бара. Райондарҙан Баймаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы дауаханаларына ла табиптарҙы нисектер йәлеп итә беләләр. Һана үтелгән төбәктәрҙә кәмендә икешәр белгес эшкә алынған.

Был хаҡта БР Хөкүмәтенең аҙналыҡ оперативкаһында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Ә Белоретта, Салауатта, Өфөнөң Дим районындағы дауаханаларҙан, киреһенсә, белгестәр киткән. Хатта бер дауахананан өсәрләп, икешәрләп китәләр икән. Сәбәп нимәләлер?

Табиптарҙы ылыҡтырыу өсөн иһә торлаҡ бирәләр. Әле беҙҙең республика парламентында йәш медицина кадрҙарына һуңынан һатып алыу шарты менән торлаҡты ҡуртымға биреүҙе рөхсәт иткән закон проекты ҡарала.

Шулай булғас, киләсәктә табиптар етәсәк. Медицина хеҙмәтләндереүенә бәйле ялыуҙар ҙа кәмеп тора икән. Был, бәлки, йәйге ялдарҙа ғына шулайҙыр.

Тағы шуныһы: "Тиҙ ярҙам" станцияһынан белгестәр күпләп китә. 2018 йылдың октябренән генә лә 27 хеҙмәткәр эштән сыҡҡан. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, был ҙур булмаған коллектив өсөн - катастрофа. Хәлде кисекмәҫтән төҙәтергә кәрәк. Бәлки, айырым программа булдырырғалыр...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға