«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәләкәсең сәй эсәме?



05.07.2019 Бәләкәсең сәй эсәме?

Беҙ эскән сәйҙе балаға ике йәшкәсә бирергә ярамағанлығын беләһегеҙме? Унда сабый организмы өсөн зыянлы булған кофеин, танин кеүек матдәләр бар.

Һатыуҙа балалар өсөн махсус сәйҙәр ҙә бар: улар емеш-еләк, үләндәрҙән яһалған. Сәй һайлағанда органик эсемлектәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Уның ингредиенттары тәбиғи, буяу, тәм биргестәр һәм консерванттар ҡушылмаған.

Мотлаҡ сәй тышындағы яҙыуҙы уҡығыҙ, йәш буйынса үҙенсәлеге менән танышығыҙ. Бер айлыҡ балаға бирә торған сәйҙәр ҙә була. Улар, ғәҙәттә, йоҡоно яҡшыртыу, аш һеңдереү системаһын ипкә һалыу, иммунитетты нығытыу өсөн сәй.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға