24.06.2019 Өлкәндәр, балаларығыҙҙы ҡарағыҙ!
Балаларҙы һаҡлағыҙ, күҙ-ҡолаҡ булығыҙ.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдереүенсә, үткән аҙнала бәләгә тарыған балалар һаны ярайһы күп булған.
Йылғала зыянланһындармы, юғары ҡаттан ҡолап төшһөндәрме, ҡаянан осһондармы - балаларҙы хәүеф аҙым һайын һағалай кеүек.
Миәкә районының бер ауылында төндә янғын сыҡҡан. Ярай әле, йортта ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамал булған. Тап шуның тауышы арҡаһында өс бала һәм уларҙың әсәһе ҡотолған.
Һыу ятҡылыҡтарында 10 кеше һәләк булған. Иглин районында ике бала ҡотҡарылған. Улар һыу инеүгә ҡулайлаштырылмаған ерҙә йылғаға төшкән булған. Асылыкүлдә ҡотҡарыусылар ике бәләкәй балаға ярҙам иткән. Улар ултырған тын тултырылған матрасты ел осороп алып киткән булған.
Күмертау ҡалаһында 10 йәшлек малай ҡойма аша сығам тигәнсе эсен тимер торбаға йыртҡан. Балаға операция яһағандар, ул ауыр хәлдә.
Дүртөйлө районында ла бала һыуҙа зыян күргән. Мотор кәмәлә йөҙгәндә, йығылып төшкән һәм башын йәрәхәтләгән.
22 июндә Ғафури районындағы Уҡлыҡаянан 15 йәшлек үҫмер осоп төшкән. Әле ул дауаханала.
Ата-әсәләр, өлкәндәр, балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙҙәренә лә һаҡ йөрөргә тылҡып ҡына тороғоҙ, тиҙәр беҙҙең МЧС-тан.