«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был аҙнала алкоголле эсемлектәр һатылмаясаҡ



24.06.2019 Был аҙнала алкоголле эсемлектәр һатылмаясаҡ

27 июндә – Йәштәр көнөндә – Башҡортостанда йәнә “ҡоро закон” ғәмәлгә инәсәк. Был көндә республика магазиндарында араҡы һатыу тыйыласаҡ.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 май республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары район һәм ҡалаларҙың һабантуй байрамдарында, Йәштәр һәм Белем көндәрендә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тыйған закон сығарҙы.

Әйткәндәй, араҡы һатыуҙың ваҡыты ла ҡыҫҡартылды. Быға тиклем иртәнге 8-ҙән киске 11-гә тиклем булһа, хәҙер алкоголь иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем генә һатылырға тейеш.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға