«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бысаҡ тотоп һөжүм иткән, үлеүселәр бар



24.06.2019 Бысаҡ тотоп һөжүм иткән, үлеүселәр бар

Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарының береһендә ҡот осҡос енәйәт теркәлде. 1972 йылғы ир кешеләргә бысаҡ менән ташланған, ҡорбандар бар.

Өсәү үлгән, икәүһе йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең аяғына атҡан. Пуля артерияға эләккән ахыры, енәйәтсе медицина ярҙамы күрһәткән саҡта үлгән.

«Ҡырмыҫҡалы районы полицияһына төпкөл ауылдарҙың береһендә бер ирҙең кешеләргә ташланыуы тураһында хәбәр килгән. Патруль-пост хеҙмәте экипажы ваҡиға урынына юлланған. Һөжүм иткән ирҙең 1964 йылғы апаһы, шулай ике күршеһе — 1940 һәм 1943 йылғы ир менән ҡатын үле килеш табылған. Йәрәхәтләнгән тағы ике кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән. Һөжүм итеүсе медицина ярҙамы күрһәткән саҡта үлгән», — тип белдерҙеләр матбуғат хеҙмәтендә.

Асыҡланыуынса, һөжүм иткән ир ошо ауылда йәшәгән, Шаһиттар әйтеүенсә, «бысаҡ, көрәк тотоп һәм ҡанға батҡан кейеме менән урам буйлап йөрөгән».

Хоҡуҡ һаҡлаусылар ирҙән бысағын ташлауын талап иткән, ләкин ул, ҡоралы менән һелтәнеп, хеҙмәткәрҙәргә ташланған. Шул саҡта, «Полиция тураһында» законға ярашлы, полицейскийҙарҙың береһе иҫкәртеү өсөн һауаға атҡан. Ләкин был ирҙе туҡтатмаған, шунан икенсеһе ике пуля менән һөжүм итеүсенең аяғын яралаған.

Ирҙең психиатрҙа иҫәптә тороуы икәнлеге билдәле. Ул апаһын өйҙә, ә күршеләре — оло йәштәге ир менән ҡатынды баҡсала үлтергән.

Ваҡиға урынында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре эшләй.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға