«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Дәрүишхан” ҡайта!



24.06.2019 “Дәрүишхан” ҡайта!

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә иҫ киткес яңылыҡ - "Дәрүишхан" төркөмөнөң тергеҙелеүе тураһында белдерҙе. Был яҙманы әллә нисәмә мең кеше ҡараған, үҙенә күсергән, дуҫтарына һөйләгән.

“Дәрүишхан” ҡайта! 90-сы йылдар башында меңләгән тамашасыларҙы туплаған, башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә көс биргән мегапопуляр төркөм. Уларҙың йырҙары беҙгә еңел булмаған замандарҙа көс бирҙе, ҡанатландырҙы. Дим Ҡоләхмәтовтың тауышы көслө һәм эскерһеҙ яңғыраны, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә көтмәгән хәл булды... Төркөмдөң музыканты Альберт Ғәббәсовҡа фанаттарға яратҡан йырҙарҙы яңынан тыңларға мөмкинлек биргәне өсөн ҙур рәхмәт”, – тип яҙған Әминә Ивний ҡыҙы үҙ сәхифәһендә.

Тик төркөмдә йырҙарҙы кем башҡарасаҡ һуң?! Әлегә был сер. 29 июндә Торатауҙа барыһы ла билдәле буласаҡ. "Дәрүишхан" йыйында сығыш яһарға әҙерләнә. Күп ҡалманы, барыһы ла асыҡланасаҡ. Шуныһын әйтәбеҙ - төркөм киләсәктә даими сығыш яһарға, элекке хиттар менән бергә яңы йырҙар менән ҡыуандырырға ниәтләнә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға