«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙҙарҙың да була төрлөһө



24.06.2019 Ҡыҙҙарҙың да була төрлөһө

Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегенә Приютовола йәшәүсе оло йәштәге ир мөрәжәғәт итеп, үҙен талауҙары тураһында ғариза яҙа.

84 йәшлек пенсионерҙың аңлатыуынса, уға ярҙам итеү ниәтенән символик хаҡҡа йәш ҡыҙ килеп йөрөгән. Бер көндө ул пенсионерҙан бурысҡа ҙур ғына сумма аҡса һорай. Бабай уға аҡса бирмәй, янсығын кеҫәһенә йәшергәс, ҡыҙ уға ташланып, көс ҡулланып, янсыҡты тартып ала ла, ҡаса.

Полиция хеҙмәткәрҙәре бер тәүлек эсендә "ярҙамсы" ҡыҙҙың кемлеген асыҡлап, уны ҡулға ала. БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, хәҙер 19 йәшлек ҡыҙға енәйәт эше асылған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға