«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һалҡындарҙы һағынманығыҙмы?



23.06.2019 Һалҡындарҙы һағынманығыҙмы?

Киләһе аҙнала Мәскәүҙә һәм Үҙәк Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә һыуыта, тиҙәр әле ул.

Инде ҡояшта һөйәктәрҙе йылытып, ауылдарҙа мейес яғыуҙы саҡ ҡына туҡтатҡайныҡ бит инде, әле тағы төньяҡтан циклон килә ята (әллә килеп ултырамы шунда, һәр хәлдә баш ҡалаға йомаға килеп етергә тейеш был "ҡунаҡ"). Төндә 5-10 градус булһа, көндөҙ - 12-17.

Ғәҙәттә Мәскәү менән беҙҙең арала көн торошо бер нисә көнгә генә айырыла, шуға яйлап куртка, йылы салбарҙар әҙерләй башлаһағыҙ ҙа була, дуҫтар.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға