«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Овечкин НХЛ-дан пенсияны айына 13 мең доллар аласаҡ



21.06.2019 Овечкин НХЛ-дан пенсияны айына 13 мең доллар аласаҡ

Донъяның билдәле хоккейсыһы, НХЛ-дың «Вашингтон Кэпиталс» клубында уңышлы сығыш яһаған Рәсәй һөжүмсеһе Александр Овечкин киләсәктә пенсияны айына 835 мең һум аласаҡ.
Яңыраҡ НХЛ етәкселеге пенсия рефомаһы үткәреп, пенсияның күләмен уйынсыларҙың эш хаҡынан түгел ә даими беренселектә ҡатнашҡанынан алып һанаясаҡ. НХЛ пенсияны хоккейсыларға 62 йәшенән һуң түләй башлай. Хоккейсыларҙың аласаҡ максималь күләме йылына 220 мең евро етә. Ә инде иң аҙы – 18 мең евро. Уның өсөн хоккейсыға боҙҙа бөтәһе 82 уйын уҙғарһаң да етә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға