«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин дүрт сәғәттә 80 һорауға яуап бирҙе



21.06.2019 Владимир Путин дүрт сәғәттә 80 һорауға яуап бирҙе

Кисәге көндөң төп ваҡиғаларының береһе - Президент Путин менән тура эфир булды. Рәсәй лидерына барлығы миллион ярым мөрәжәғәт килгәйне.

Владимир Путин дүрт сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә 80 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Ҡайһы бер проблемалар программа барышында уҡ хәл ителде. Бәғзеләренә ни бары урындағы түрәләрҙең генә иғтибары кәрәк ине.

Шулай ҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙең күбеһе беҙҙең илдең миллионлаған кешеһенә ҡағыла. Табиптар етмәү, дарыуҙар менән тьәмин итеү, бәләкәй хеҙмәт хаҡы, балалар пособиеһы... Был хаҡта яҙҙыҡ инде.

Тағы берҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Президент әйтеүенсә, илдә МРОТ - минималь хеҙмәт хаҡы күләме - уртаса 11 280 һум. Тулы ставкаға эшләп тә, ошонан да әҙерәк аҡса алһағыҙ, тимәк, һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ боҙола.

"Илдә нимә булғанын белер өсөн төрлө сығанаҡтан мәғлүмәт алырға кәрәк. Мин ил буйлап йөрөйөм, ҡарайым. Хатта ҡурҡмайынса әйтәм, яңы буялған үлән һәм эскәмйә аша ла, урындарҙа нимә булғаны күренә. аңлайһығыҙмы?" - тине Владимир Путин. Эйе, уны күрмәй-белмәй, беҙ нимә күрһәтһәк, шуны ғына күрә, тип уйлағандар яңылыша. Президенттың күҙе үткер, ҡолаҡтары ла һәр ерҙә.

Ул артабан да ил төбәктәренә йышыраҡ сығырға вәғәҙә бирҙе. Ил етәксеһенә һаулыҡ теләйек. Ни тиһәң дә, дүрт сәғәт һорауҙарға яуап биреп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемалар хаҡында ишетеп ултырыуы еңелдән түгелдер...






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға