20.06.2019 Рәсәй Фәндәр академияһының терәк мәктәптәре
1 сентябрҙән төбәктең биш белем биреү учреждениеһы “Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәбе” статусында эш башлаясаҡ. Талантлы уҡыусыларҙы асыҡлау һәм үҫтереүгә шарттар булдырыу проекты илдең 32 төбәгендә старт аласаҡ. Унда Өфөнөң 64-се гимназияһы, 83-сө һәм 93-сө лицейҙары, Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһы һәм Нефтекаманың 1-се лицейы ҡатнашасаҡ.