«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин халыҡ менән аралаша башланы



20.06.2019 Владимир Путин халыҡ менән аралаша башланы

Рәсәй Президенты тура эфирҙы Милли проекттар тураһында һөйләүҙән башланы.

Ил етәксеһе өҫтөнлөклө проекттарҙың әһәмиәте, уларҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре, көтөлгән өмөттәр хаҡында телгә алды. Эйе, беҙ ныҡ көтәбеҙ.

Милли проекттар, иң тәү сиратта, халыҡ йәшәйешен күтәреү өсөн булдырылды ла инде.

Халыҡты эш хаҡының күләме лә ныҡ борсой. Тура эфирҙағы тәүге һорауҙарҙың береһе лә шуға бәйле ине.

Владимир Путин МРОТ кимәле тураһында әйтеп үтте. Белегеҙ: хеҙмәт кешеһенә ошо күләмдән әҙерәк эш хаҡы түләргә тейеш түгелдәр. Әле ил буйынса МРОТ - 11 280 һум.

Һорау биреүселәр араһында килеме төшөүен, йәшәүе ауыр була барыуын һөйләүселәр күп. Путин шуға ла ошо проблеманы алдараҡ күтәрергә булғандыр. Ауыр мәлдәр булды, ти ул. Эфирҙы артабан ҡарайбыҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға