«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ата енәйәтсе" табылған!



19.06.2019 "Ата енәйәтсе" табылған!

“Блокнот Ростов” сайты хәбәр итеүенсә, Ростов өлкәһендә йәшәгән инвалид егеттең инвалид булыуына шикләнеп, суд уны ике йылға төрмәгә ултыртҡан.
Вадим Рябухинды ни өсөн хөкөм иткәндәрме? Йәнәһе лә, егет инвалидлыҡ тураһындағы белешмәне мутлашып, һатып алған. Ә егет, ысынлап та, ҡурҡыныс авариянан һуң инвалид булып ҡалған – муйынында махсус ҡоролма тора, ул көслө баш ауыртыуҙарына, һыҙланыуҙарға дусар. Һәр киҫкен хәрәкәт уның ғүмерен өҙөүе мөмкин.

2013 йылдың 31 декабрендә Сиҙәм ҡасабаһы янында йәш ҡыҙ идаралығындағы еңел машина ҡаршы һыҙатҡа килеп сығып, икенсе автомобилгә маңлайға-маңлай бәрелә. Шул автомобилдең артҡы ултырғысында серем итеп килгән егет башына етди травма ала –маңлайҙың уң яҡ өлөшө тулыһынса иҙелә. Вадим Рябухинды “Тиҙ ярҙам” реанимацияға килтереп, табиптар уға ҡатмарлы операция яһай. Үҙҙәре егеттең бәхетенә аптырай: бындай травмаларҙан һуң кеше ғәҙәттә “Тиҙ ярҙам” килгәнгә үк йән бирә, тиҙәр. Вадимдың тәжрибәле хирург ҡулына эләгеүе лә бәхетле осраҡҡа тиң.

Вадим тере ҡалһа ла, муйынына өҫтәмә операция талап ителә. Үҙҙәрендә кәрәкле белгесте тапмайҙар, үтә нескә операцияны күрше Краснодар крайы табиптары яһарға ризалаша. Рябухиндар ғаиләһе бурысҡа бата – винттар 137 мең һум тора, палата өсөн хаҡ 100 мең һумдан ашып китә. Әлдә Кубань табибы үҙ эше өсөн аҡса алыуҙан ҡырҡа баш тарта, хатта ата-әсәне оялта ла: “Мин үҙ бурысымды ихлас күңелдән атҡарҙым, ә һеҙ...”

Вадим саҡ ҡына булһа ла башын бора алһын өсөн, табиптар уның муйынына шөрөптәрҙән һәм тимер пластинанан торған махсус ҡоролма ҡуя. Реабилитация оҙаҡҡа һуҙыла. Вадимға ауыр эш, ауырлыҡтар күтәреү, компьютер артында оҙаҡ ултырыу тыйыла, саҡ ҡына көсөргәнештән дә уның башы үлтереп ауырта башлай.
Табиптар һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ, инвалидлыҡ юллағыҙ, тип кәңәш итә. 2015 йылдың мартында Вадимға ғүмерлек II инвалидлыҡ төркөмө бирелә. Апрелдән алып ул дәүләттән пенсия ала башлай – айына 6833 һум 62 тин.

Вадим яйлап үҙ хәленә күнә, арлы-бирле эштәр башҡара, кәләш ала, ҡыҙы тыуа. Үкенескә, бәлә һис тә көтмәгән ерҙән килеп ишек ҡаға: 2018 йылда инвалидлыҡ тураһындағы һығымтаны биргән урындағы медик-социаль экспертиза бюроһы етәксеһе Борис Котов ришүәт алғанда тотола. Һәм шул бюрола документтар теркәгән һәр кемде хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерә, уларҙан һорау ала. Тикшереү барышында пациенттарҙың 2014 йылда эшләй башлаған берҙәм автоматлаштырылған вертикаль-интеграцияланған мәғлүмәт-аналитика системаһына инмәүҙәре асыҡлана. Инвалидтарға шул системала мотлаҡ теркәлергә кәрәклеген әйтеүсе, аңлатыусы булмай...

Һәм системаға инмәгәне өсөн, инвалидлыҡты һатып алыуҙа ғәйепләп, Вадимға 2019 йылдың ғинуарында енәйәт эше асыла. Рябухиндар Пенсия фонды менән дә судлашырға мәжбүр була, сөнки фонд, Вадим законһыҙ рәүештә пенсия алып, 4 йыл эсендә дәүләттең 360 мең һум аҡсаһын урлаған, тип бара. Шул сәбәпле 29 майҙа суд Вадим Рябухинды ике йыл төрмәгә ултыртып ҡуя. Табиптар комиссияһының тикшереүҙәре һөҙөмтәһе буйынса Вадим етди сирле, тиелһә лә, суд егетте тулыһынса сәләмәт, тип таба. Ғаилә Пенсия фонды алдындағы бурысты ҡаплар өсөн ҡабалан аҡса эҙләй: дуҫтар, таныштар ярҙамында 120 мең һум йыялар. Ҡалған сумманы ла табып, бурысты ҡапларға ниәтләйҙәр. Тик ата-әсә төрмәлә ултырған улдарының һаулығы өсөн борсола: апелляцияға биргәндәр ҙә бит, бында һәр көн ҡәҙерле – инвалид егеткә кем төрмәлә махсус уңайлыҡтар булдырып торһон? Ысын енәйәтселәрҙе хөкөм итер урынға, тапҡандар ата енәйәтсене, ҡайҙа бында ғәҙеллек, тип илаған әсәне йыуатыусы юҡ...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға