19.06.2019 Был ике ризыҡты гел ашарға тырышығыҙ
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш терапевты, профессор Оксана Драпкина шәп кәңәш бирә.
Белгес ике ризыҡта бер ҡасан да экономияламаҫҡа тәҡдим итә. Эйе, аңлайым, улар арзан түгел, әммә һеҙҙең организм өсөн бик тә кәрәкле ризыҡтар, ти доктор.
Балыҡ һәм ит. Ит һәм балыҡ. Бер ҡасан да баш тартмағыҙ. Уларҙа күп аҡһым ғына түгел, ә алмаштырғыһыҙ аминокислоталар ҙа бар.
Драпкина ханым әйтеүенсә, итте аҙнаһына ике тапҡырҙан да кәм ашамаҫҡа, ә балыҡты ете көн эсендә минимум ике тапҡыр ашарға. Ҡыҫҡаһы, икеһен дә көн аралаш ашап торһағыҙ, самай була.
Һи-ии, беҙҙең ирҙәр итте көн һайын һорай, тиер әле үткер телле ҡатындар. Һораһалар, бешерегеҙ! Файҙалы сөнки.
Ниндәй ике ризыҡты алыр өсөн аҡсаны йәлләргә ярамай, тип төндә уятып һораһалар ҙа, шартлатып яуап ҡайтарығыҙ: ит һәм балыҡ!