«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Француздар самолеты баҫыуға килеп төшкән



19.06.2019 Француздар самолеты баҫыуға килеп төшкән

МЧС-тың диспетчерына ярҙам һорап хәбәр килеп төшкәс тә, бригада, полиция, медиктар йәһәт кенә юлға сыҡҡан.

Бөгөн көндөҙ Тәтешле районы менән Пермь крайы сигендә баҫыуға еңел моторлы J-430 самолеты төшөргә мәжбүр булған. Баҡһаң, унда ике Франция гражданы осоп китеп барған икән. Дөрөҫөрәге, улар Ҡазандан Францияға ҡайтырға сыҡҡан. "Ред Булл" фестиваленә килгәндәр.

Юлда самолеттары боҙолған. Двигателдә ниндәйҙер проблема, буғай. Радиаторы эшлектән сыҡҡанмы шул...
Ярай әле, төшөп өлгөргәндәр. Үҙҙәре зыян күрмәгән, самолеттары ла артыҡ емерелмәгән. Йүнәтеүгә күпме ваҡыт китере билдәһеҙ.

Татарстанға барып, Башҡортостанға килеп төшөрбөҙ, тип уйламағандыр ҙа инде улар. Бәлә ҡайһы саҡ болоттар араһында ла йөрөүсән шул.

Бер әсе теллеһе әйтеп ҡуйҙы: был француздарҙы төньяҡ амурҙары ҡурҡытып ҡуймаһын...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға