19.06.2019 Үҙ үлемен "сәхнәләштереүсе" Айҙар Ғиматов тотолған
Айҙар өлөшсөләргә ифрат ҙур процент – йылына 60 процент килем вәғәҙә итә. Башта ул дивиденттар түләй, ә һуңынан юҡҡа сыға.
Уны федераль эҙләүгә иғлан иткәс, 2017 йылда бер йылға буйында кейемдәрен табып алалар. Туғандары, һыуға батҡан, тип хәбәр итә.
Ошо көндәрҙә 40 йәшлек ир Дыуан районында тотола. Ул бер ташландыҡ утарҙа йәшәп ятҡан була.
Айҙарға “Мутлыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм 10 йыл төрмә янай.