«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙә балаларҙы сит илгә сығарыу тәртибе үҙгәртелде



19.06.2019 Рәсәйҙә балаларҙы сит илгә сығарыу тәртибе үҙгәртелде

Яңы закон буйынса, сик буйы хеҙмәте балиғ булмаған граждандың атаһы йәки әсәһе баланы сит илгә сығарыуға ҡаршы булып яҙған ғаризаһын ҡабул итмәйәсәк.


Бындай ғариза Рәсәй Эске эштәр министрлығы территориаль органдарының миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәләрендә ҡабул ителәсәк. Бынан тыш, баланың сит илгә сығырға риза булмауы тураһындағы ғаризаны илселек йәки Рәсәйҙең консуллыҡ учреждениеларына тапшырырға мөмкин буласаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға