«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөт аша энцефалит йоҡторғандар



19.06.2019 Һөт аша энцефалит йоҡторғандар

Мәскәү янында бер ғаилә кәзә һөтө эсеп, энцефалит йоҡторған.


Баҡһаң, кәзәлә энцефалит вирусы булған. Ғаилә һөт менән уны ҡайнатмайынса һыйланған.

Талпан килтереп сығарған энцефалит вирусы — хәүефле ауырыуҙарҙың береһе. Ул үҙәк нервы системаһын тулыһынса зарарлай, энцефалит йоҡтороусыны зәғифлек йәки үлем көтөүе бар.

Талпандан тешләнгән хайуандың һөтө лә зарарлы булыуы ихтимал. Сөнки вирус ҡанға эләгә, унан һөткә күсә һәм шунда үрсей.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға