«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дарыуҙарҙы тамғалай башлаясаҡтар



19.06.2019 Дарыуҙарҙы тамғалай башлаясаҡтар

Башҡортостан дауаханалары 1 июлдән дарыуҙарҙы тамғалау системаһына ҡушыла. Был система дарыуҙың етештереүсенән башлап ҡулланыусыға тиклем үткән юлын күҙәтеү мөмкинлеге бирәсәк. Һөҙөмтәлә һатып алыусыны сифатһыҙ дарыу алыуҙан ҡурсалаясаҡ.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров:
– Был бик мөһим тема. Ул кешеләрҙең һаулығына һәм хәүефһеҙлегенә бәйле, – тип, республикалағы медицина һәм фармацевтика ойошмалары менән информацион эш алып барырға һәм уларҙың дарыуҙарҙың сифатын тикшереү буйынса системаға ҡушылыуын контролгә алырға ҡушты.
Был эште ойоштороу үҙәге итеп Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһы билдәләнде. Ул тәүгеләрҙән булып яңы системға ҡушылып, хәҙер башҡа медицина учреждениеларында аңлатыу эштәре алып бара.
– Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ. Һәр дарыуҙың ҡабына махсус тамға ҡуйыла, дауаханаларға сканер урынлаштырыла. Һуңынан теге йәки был медицина препараты хаҡында тулы мәғлүмәт алыу өсөн, уны сканерға яҡын килтерергә генә ҡала, – ти 21-се дауахананың баш табибы Гөлнара Мостафина, яңы системаның эш принцибы менән таныштырып.
2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем дарыу һатыу менән шөғөлләнеүсе барлыҡ медицина учреждениелары ла яңы системаға ҡушылырға тейеш. Дарыуханаларҙа дарыуҙарҙың сифатын смартфоны ярҙамында йә дарыуханалағы сканер аша һәр кем үҙе тикшерә аласаҡ.
Тимәк, бынан ары беҙгә сифатлы дарыу һаталармы әллә ялған препарат биреп, алдайҙармы, тип ҡурҡырға түгел. Юғиһә, әлегә тиклем дарыуханаларға дарыуҙарҙың яртыһы ялған икән, тигән имеш-мимештәр ишетеп, йыш ҡына кемгә ышанырға ла бедеп булмай ине. Яңы системаның төп маҡсаты, ялған дарыуҙар һатыуға юл ҡуймау. Бөтә өмөтө дарыуҙарҙа ғына булған ауырыуҙар зыян күрмәһен, һатып алған дарыуының файҙаһын күрһен, шифаһы тейһен.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға