«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллина тураһында яңы мәғлүмәт



19.06.2019 Аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллина тураһында яңы мәғлүмәт

Банктан аҡса урлап, ғаиләһе менән ғәйеп булған Луиза Хәйруллинаның тарихында яңы күренештәр барлыҡҡа килде.

Улар туғандарын ипотека бурысына батырып киткән. Баҡтиһәң Хәйруллиндарҙың үҙҙәре яңыраҡ йәшәй башлаған коттеджынан тыш тағы ла бер фатирҙары барлығы асыҡланған. Бының турала Луизаның атаһы хәбәр иткән. Ипотекаға бер кем дә түләмәй, бурыс йыйылған.

Полиция таратҡан ориентировкала ғаилә "Рено Дастер" автомобиленә ултырып ҡасҡан тип яҙылған ине. Был машина табылған - уны 2017 йылда уҡ ломбардҡа тапшырғандар, әле ул банкта залогта тора. Марат Хәйруллин уға 25 мең һум күләмендәге сираттағы бурыс иғәнәһен ғаилә юғалыр алдынан ике көн алда, 25 майҙа түләгән. Луизаның атаһы ошоға аптырай, ҡасыр булһалар бурыс түләмәҫтәр, ихаталаағас ултыртмаҫтар ине тип белдерә. Әйткәндәй ул ошо көндәрҙә экстрасенсҡа барған. Ул, үҙ сиратында, Луиза һәм ғаиләһе имен-һауҙар, Ҡазағстандағы бер ауылда йәшенгәндәр тип әйткән. Тик ҡасҡалаҡтарҙың туғандары быға әллә ни ышанмай, юғалыуға криминал ғәйепле тип бара.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға