«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ни көлөргә, ни иларға, тигәндәй...



18.06.2019 Ни көлөргә, ни иларға, тигәндәй...

Ни көлөргә, ни иларға, тигәндәй...19 йәшлек ҡыҙҙың ғаризаһы Мәскәүҙең хоҡуҡ һаҡлаусыларын аптырашта ҡалдыра. Сөнки ҡыҙ, мине таксист көсләне лә, аҙаҡ кәләш итеп алам, тип вәғәҙә итеп, алдап ҡасты, тип яҙа.

Ҡыҙҙың һүҙе буйынса, ул 14 июндә «Каширская» метроһы станцияһына такси саҡырта, һәм “килгән водитель тәүҙән үк үҙен сәйер тота: пассажирканың ире йә егете бармы-юҡмы икәнен белешә”. Ҡыҙҙың яңғыҙ икәнен белгәс, ирекәй уны тынысыраҡ урынға алып китеп, өҫтөнә ташлана. Зыян күреүсе, ҡаршылыҡ күрһәтә алманым, ти.

Бынан һуң таксист бер ни булмағандай ҡыҙҙы өйөнә алып бара, өйләнергә теләүен әйтә, телефон номерын ҡалдыра. Икенсе көнөнә өйҙәренә килеп, ҡыҙҙың әсәһенә лә өйләнергә теләүе хаҡында хәбәр итә.

Ләкин водитель һүҙен тотмай, ниңәлер ҡыҙҙы ЗАГС-ға алып барырға ашыҡмай, хатта, яуыз, бәйләнешкә сыҡмай башлай. Ҡыҙға ни эшләргә? Көсләнеләр, тигән ғариза яҙырға ғына ҡала...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға