«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үлемде бисараҡайҙар бер-береһен ҡосаҡлап ҡаршы алған.



18.06.2019 Үлемде бисараҡайҙар бер-береһен ҡосаҡлап ҡаршы алған.

Ике көн Ҡарасай-Черкеста 15 июндә юғалған әсә менән уның 12 йәшлек улын эҙләнеләр – ҡотҡарыусылар уларҙың мәйетен Өлкән Ставрополь каналында тапты. Үлемде бисараҡайҙар бер-береһен ҡосаҡлап ҡаршы алған.

15 июндең иртәһендә Усть-Джегут ауылында йәшәүсе Халифат исемле ҡатын улы менән "Жигули" машинаһында һары сейә йыйырға сығып китә. Тәүҙә Халифаттың ире лә улар менән бергә юллана ла, ярты юлда үҙен насар тойоу сәбәпле, кире ҡайта. Ҡатыны менән улы төшкөлөккә ҡайтып етмәгәстәре, ғаилә башлығы ғауғалап, уларҙы эҙләргә сыға. Һуңынан полицияға мөрәжәғәт итә. Ҡотҡарыусылар тәүҙән үк, ҡатын машина менән идара итә алмай, каналға ҡолап төшкәндәрҙер, тип фаразлай. Шулай булып сыға ла: водолаздар 17 июндә машинаны һыу аҫтында таба. Артҡы ултырғыстарҙа йән биргәндә әсә үҫмер улын ныҡ итеп ҡосаҡлаған була.
Машинаны ул көндө кем йөрөткәне билдәһеҙ. Бәлки, руль артында малай булып, рулгә көсө етмәй, юлдан каналға осоп төшкәндәрҙер, тип тә әйтәләр. Шулай уҡ рулдең боҙолоуы ла фажиғәгә килтереүе ихтимал.

42 йәшлек Халифаттың дүрт балаһы ярты етем тороп ҡалған (береһе инвалид).





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға