«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 36 мең һумға күтәрелгән



18.06.2019 Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 36 мең һумға күтәрелгән

Апрель айында республикала уртаса эш хаҡы 35 840 һумдан артҡан. Был 2018 йылдыҡына ҡарағанда 7,6 процентҡа күберәк. Шул уҡ дәүерҙә ысын эш хаҡы 2.3 процентҡа артҡан тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Дөйөм алғанда ғинуар-апрель айҙарында төбәк халҡы 34 063 һум эш хаҡы алып кинәнгән.

Ғинуар-апрелдә иң күп эш хаҡын алғандар:
- кокс һәм нефть продукттарын етештереүселәр -
айына 65 786 һум;
- файҙалы ҡаҙылма табыусылар - 55 793 hум;
- химия һәм химия продукттары етештереүселәр -
— 49 562 hум;
- һөнәри, ғилми һәм техник өлкә хеҙмәткәрҙәре - 49 067 һум.

Иң әҙ эш хаҡы тире һәм тиренән әйберҙәр эшләүселәрҙә - 13 761 һум. Мебелселәр ҙә уларҙан ҡалышмаған — 15 257 һум алған. Кейем тегеүселәрҙә лә эш хаҡы күп түгел, 18 480 һум тәшкил итә.

Республикала иҡтисади яҡтан әүҙем 1,9 млн кеше иҫәпләнә. Эшһеҙҙәр һаны 86 меңдән аша.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға