«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикалағы иң ҡурҡыныс "рак" сире асыҡланды



18.06.2019 Республикалағы иң ҡурҡыныс "рак" сире асыҡланды

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәге иң насар яман шеш төрөн асыҡланы. Ул - үпкәләрҙе зарарлаған карцинома. Башҡортостанда бер йыл эсендә ошо диагноз менән 53,5 проценттан ашыу пациент үлә.

Икенсе урында ашҡаҙан яман шеше килә. Ул ауырыуҙарҙың 49,5 проценты үлеменә сәбәпсе.

Күкәйлек, йыуан эсәк һәм аналыҡ муйынсаһы яман шештәре лә үтә ҡурҡыныслы. Уларҙан пациенттарҙың 29%, 26,3% һәм 17,3%-ы үлә. Аналыҡ рагы пациенттарҙың 11%, простата биҙе сире 7%, һөт биҙҙәре һәм тире яман шеше 5% һәм 0,4% үлемгә килтерә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға