«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Поликлиникағыҙ нисә "йондоҙло"?



17.06.2019 Поликлиникағыҙ нисә "йондоҙло"?

"Биш йондоҙло". Был һүҙбәйләнеш һеҙгә нимәне күҙ алдына килтертә? Отель, ҡунаҡхана-фәләндәрҙә йыш йөрөүселәр шундуҡ яуаплар. Шулай уҡ кемдер эсемлекте иҫенә төшөрөр. Ә киләсәктә, бәлки, поликлиникалар ҙа "йондоҙло"ға әүерелер.

Ишеткәнһегеҙҙер, беҙҙә "Һаҡсыл поликлиника" проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Башланғыс мәлдә һәр ваҡыт яңылышлыҡтар, етешһеҙлектәр, хатта аңлашылмаусанлыҡтар күп булыусан. Халыҡты күнегелгәненән яңыға өйрәтеү еңел түгел.

Бына, мәҫәлән, мин дә ошо арала муниципаль поликлиникаға инеп сыҡтым. Комфорт яратыусы булараҡ, йышыраҡ түләүлегә йөрөйөм. Шулай ҙа һирәкләп үҙем йәшәгән урын буйынса беркетелгәненә барам, әлегәсә битарафлыҡ, тупаҫлыҡ күргәнем юҡ. Тик был юлы аптыратҡаны: яҙылмайынса терапевҡа инергә ине, хәлем шәптән түгел, тип үтенеүгә, бер "тәҙрә"нән икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә йүнәлттеләр. Икенсеһендә ултырған администратор егет, ә нимәгә, тип һорап шаҡ ҡатырҙы. Һуң, кеше поликлиникаға нимәгә, нишләп килә һуң? Үҙгәрештәр башланған икән. Дүртенсе ишектән инеп, табип алдына ултырғас ишеттем быны. Былай яҡшы ҡарап, тейешенсә ярҙам итеп ебәрҙеләр.

Баштағы темаға әйленеп ҡайтҡанда, шулайыраҡ: поликлиникаларға, отель кимәлен белдереүсе баһа кеүек, йондоҙҙар беркетмәкселәр. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ошо турала фекер алышалар.

"Һаҡсыл поликлиника"ла "тере" сират булмаясаҡ, эсе-тышы матур буласаҡ, пациенттар өсөн күрһәткес билдәләр, мәғлүмәт стендтары ҡуйыласаҡ, табиптарҙың да, кешенең дә ваҡыты бушҡа сарыф ителмәйәсәк.
Шундай үҙгәрештәрҙең бер һөҙөмтәһе: "йондоҙ"ҙар. "Биш йондоҙло" поликлиникаға бик тә йөрөгөгөҙ килер әле...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға