«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Соҡор мәсьәләһе



17.06.2019 Соҡор мәсьәләһе

Соҡор мәсьәләһеКүргәнһегеҙҙер, юлдарҙа соҡор ямау эштәре барҙы. Ҡала ихаталарында 15 июнгәсә был эш тамамланырға тейеш ине. Барлығы 52017 соҡор һанағайнылар шикелле. Нисек, йәмәғәт, соҡорҙар тигеҙләндеме?

Юл соҡорҙарын бөтөрөүгә халыҡ туранан-тура ярҙам итте: "Юл эксперты" мобиль ҡушымтаһы аша кәрәк урынға соҡор адресын ебәрҙеләр. 10 меңләп ғариза теркәлгән. Уның буйынса эштең яртыһын үтәгәндәр.

Быйыл йыл башынан 592 003 соҡор ямалған. Был план буйынса 110 процент. 547 031 соҡор юҡ ителергә тейеш булған. Өфө, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында бик яҡшы эшләгәндәр.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә былай тип яҙҙы:
"Я ставил задачу к 15 июня отремонтировать ямы на наших дорогах. Подводя итоги, хочу сказать, что мы справились с ней процентов на 80. Оказалось, что не все проблемы можно решить с помощью ямочного ремонта - где-то «вылечить» дорогу можно, только заново постелив асфальт. А это - уже следующая задача, другие сроки и более серьёзные суммы. Но и с этим мы постепенно разберёмся. Дал поручение Госкомитету по транспорту - доработать приложение «Дорожный эксперт». Нужно, чтобы все дороги, которые требуют капитального ремонта, собирались в одном разделе. Судьбу каждой из них мы проследим до конца".

Ышанайыҡ һәм үҙебеҙ ҙә ярҙам итәйек. Мобиль ҡушымта халыҡ өсөн булдырылды.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға