17.06.2019 Миәкәләр! Ҡотороуҙан ҡурҡмағыҙ!
Миәкә районының ике ауылында ҡотороу сире буйынса карантин туҡтатылды. Бының туралағы указға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Документта ошолай тиелә:
"Признать утратившим силу Указ ... от 2 апреля 2019 года УГ-97 «Об установлении ограничительных мероприятий (карантина) по бешенству животных на территории села Качеганово ... и села Зильдярово Миякинского района".
Әлеге ваҡытта был сир буйынса сикләү саралары Өфөлә (Урман техникумы, Комсомол, Шәфиев урамдары һәм Салауат Юлаев проспекты менән сикләнгән биләмәлә), Ҡаҙаклар-Ҡобау (Бүздәк), Уҫаҡкисеү (Бишбүләк), Меңле (Борай) һәм Ҡалҡан (Учалы) ауылдарында ғәмәлдә ҡала.