«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эре помидор үҫтерәм тиһәң…



29.06.2019 Эре помидор үҫтерәм тиһәң…

Томат үҫентеләрен ҡырауҙар үткәс кенә сығарып ултыртам. Һыуыҡҡа бирешкән йәшелсә оҙаҡ мандып китә алмай. Помидор ултыртҡанда тамыр системаһы нығынһын өсөн соҡорона бер ус көл һалам. Рәт араларына циния, бәрхәт гөлө, һарымһаҡ ултыртып сығам. Улар ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡурҡыта. Үрсетмәләрҙе ултыртып, ике аҙна үткәс, ауырыуҙары булмаһын өсөн составында баҡыр булған «Фитоспорин-М» йәки «Ордан» препараттарын һибәм. Ун көндән «Томатон», «Бутадон» менән туҡландырам. Һуңынан күп итеп һыу һибәм. Помидор һыуҙы ныҡ ярата. Тик төбөнә генә һибергә кәрәк. Япраҡтары ҡуйы йәшел икән, тимәк, һыу етмәй. Төрөлә башлаһа, калий етмәүен аңлата. Сәскә атҡан ваҡытында һыйыр тиҙәген әсетеп, һыу менән шыйыҡлап туҡландырам. Гөрләп үҫеп китәләр. Помидор оҙаҡ ҡыҙармай ултырһа, йод иретмәһе һалырға кәрәк. Ике көндән өлгөрә башлай.





Автор: Н. Вәлитова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға