«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Еләктән мул уңыш алайым тиһәгеҙ…



19.06.2019 Еләктән мул уңыш алайым тиһәгеҙ…

Еләкте, ултыртҡас, сәскәгә тумалғанда, емешен йыйып алып бөткәс, туҡлан­дыралар. Химия ҡулланмайынса түбән­дәгесә ашлап ҡарағыҙ, уңышын йыйып та өлгөрә алмаҫһығыҙ!


Бының өсөн
– 1 стакан иләнгән көл,
– 2 г марганцовка,
– 2 г бор кислотаһы (порошок),
– 1 ҡалаҡ йод кәрәк.

Әҙерләү:
1. Көлгә 2 литр ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғанын көтөргә.
2. Һөҙөп, 10 литр һыуға ҡойорға.
3. Марганцoвка, бор кислотаһы һәм йод өҫтәргә.
4. Япраҡтары һыуланғансы һибергә.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға