«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?



22.06.2019 Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

Быйыл баҡсала ҡырмыҫҡа күп. Күп баҡсасы сәскәләрҙе, йәшелсә-емеште, ағастарҙы ҡоротоусы был бөжәктән нисек ҡотолорға белмәй. Уларға ҡаршы көрәшеүҙең бер нисә һөҙөмтәле ысулы бар.

Баҡсала ҡара ҡырмыҫҡаларҙы күрһәгеҙ, ояларын көрәк менән ҡаҙып, ҡайнар һыу һибегеҙ. Уларҙың ер аҫты юлдарына бор кислотаһы, аш һеркәһе, сода, тары ярмаһы һибергә мөмкин. Ҡырмыҫҡаларға ҡаршы көрәште иртә яҙҙан башлағыҙ. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ҡулланыла торған ағыуҙы ла һибергә була. Был эште бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк.

Дегет еҫен дә яратмайҙар. Поролонды дегеткә манып, ағастарға, теплица эсенә һөртөгөҙ. Ҡыуаҡлыҡтарға улар үлән бете (тля) ташый. Ботаҡ осонда ҡырмыҫҡа бар икән, тимәк, был ағасты эшкәртергә кәрәк.

Бор кислотаһын ҡаты итеп бешерелгән йомортҡа һарыһына ҡушығыҙ ҙа, бәләкәй йоморсаҡтар эшләп, ҡырмыҫҡа күпләп йөрөгән урындарға һалығыҙ. Нескәбилдәр помидор һабаҡтарының еҫен дә яратмай. Әгәр ҙә ҡоротҡостарға ҡаршы былар ғына ярҙам итмәһә, «Абсолют», «Анти-муравей», «Великий воин», «Муравьин», «Муратокс», «Диазинон» кеүек химик препараттарҙы ҡулла­нырға тура киләсәк.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға