17.06.2019 Урамығыҙ яҡтымы?
Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә республикала тораҡ пункттарҙы яҡтыртыу темаһы буйынса отчет тыңланылды.
БР Хөкүмәте вице-премьеры - торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев билдәләүенсә, урам-тыҡрыҡтарҙы яҡтыртыуҙы 100 процентҡа тәьмин итеү өсөн 140 мең берәмек яҡтыртҡыс, 43 мең яңы бағаналар (опора), 5000 саҡрым сым (СИП) һуҙырға кәрәк.
Торлаҡ пункттарҙы яҡтыртыу буйынса программаға ярашлы, быйылғы эштәргә 642 миллион һум аҡса бүленгән. 23 мең яҡтыртҡыс ҡуйырға кәрәк. 1 ноябргә тиклем барыһы ла башҡарылған булырға тейеш.
Анығыраҡ әйткәндә, 1 июлгә эштең - 30, 1 августҡа - 50, 1 сентябргә - 70, 1 октябргә 90 проценты үтәлеүе мотлаҡ.
Әле биш районда эштең 50 проценты тамамланған, 40 районда яртыһына етмәгәндәр, ә 17 төбәк бөтөнләй тотонмаған. Һуңғылары - "ҡыҙыл зона"ла.