«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 78 йәштә лә «Йәшлек» менән



18.06.2019 78 йәштә лә «Йәшлек» менән

«Аҙна һайын – бүләк» уйынында үткән аҙнаның еңеүсеһе – Ишембай районының Ишем ауылынан Фәүзиә МӘҮЛЕТБИРҘИНА.

«Миңә 78 йәш. Балалар үҫеп сығып китеп бөттө. Һаман да гәзит-журналдар яҙҙырып уҡыйым. Үҙем яратып уҡыған «Йәшлек» гәзитенә бер йыл да яҙыл­майса ҡалғаным юҡ. Һеҙҙең уйында йыл да ҡатнашам, әммә бер ҙә бүләк отоп булмай», – тип яҙып ебәргән ул.

Был юлы һеҙгә лә бәхет йылмайҙы, Фәүзиә инәй. Һеҙ сәй сервизы отто­ғоҙ. Беҙ бүләк итәсәк сынаяҡтар яҡын­дарығыҙҙы йыйған табынығыҙҙы йәмләһен!





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға