«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айға ҡарағыҙ әле



16.06.2019 Айға ҡарағыҙ әле

Төнө буйы ғәжәп матур тулы Айҙы күҙәтә алаһығыҙ. Рәсәйҙә ул тотош ике төн шулай күренәсәк.

Был юлы уны "еләк-Ай" тиҙәр. Кисен көньяҡ-көнсығыштан ҡалҡа ла, төнө буйына балҡыясаҡ. Болот ҡына ҡапламаһа.

Ниңә еләкме? Ырым-ышаныу буйынса июнь тулғанайынан һуң тәүге ер еләге бешкән.

Хәҙер инде тәбиғәт пыран-заран килеп, барыһы ла үҙгәрҙе кеүек, әммә көн йәйсә эҫетеп ебәрһә, еләге ни, бешер әле.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға