«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!



14.06.2019 Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!

Беҙ пенсия йәшенә еткәнсе ул, йәғни пенсия, бөтөнләй булмаясаҡ, ти йәшерәктәрҙән ҡайһы берәүҙәр. Үҙгәрештәр, реформаларҙың ни тиклем тиҙ инеүенә ҡарағанда, шулай булыуы мөмкин дә, тип уйлайһың да ҡуяһың.

Тиҙҙән Рәсәйҙә шәхси пенсия капиталы (ИПК) системаһы эшләй башлаясаҡ. Уға кешеләрҙең ҡушылыуы ирекле буласаҡ.

Ил етәксеһе Владимир Путин был яңылыҡты хупланы. Закон проекты Дәүләт Думаһында ошо арала, июлдән дә ҡалмай, ҡаралырға тейеш.

Тәүҙә системаға бөтәһе лә автомат рәүештә индереләсәге күҙалланғайны. Теләһә ҡайһы ваҡытта сыға ла аласаҡтар, тип билдәләнгәйне. Хәҙер яңы тәртип буйынса улай булмаясаҡ - бер кемде лә көслөк менән унда индермәйәсәктәр. Барыһы ла тик теләк буйынса.

Ҡыҫҡаһы, закон тиҙ генә ҡабул ителеп, имзаланһа, аптырап ҡалмағыҙ. Иҫләп ҡалығыҙ: шәхси пенсия капиталы - ИПК - системаһы.

У-уу, был пенсия тирәләй әле алда көтөлә-әә ҡыҙыҡтар, тигән булды бер әсе теллеһе...






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға