«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билалдар "Сәғәт һуҡҡан көн" байрамы үткәрҙе



14.06.2019 Билалдар "Сәғәт һуҡҡан көн" байрамы үткәрҙе

Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова хәбәр итә:

- Байрам үткәрәһе иртә ямғырлы башланды. Нисә көн пландар ҡороу, әҙерлек юҡҡа сыҡты тип көйөнгәйнек, ҡояш үҙенең йылы нурҙарын һибеү менән барлыҡ насар уйҙар юҡҡа сыҡты. Сара үтәһе яланға барыуға көн шул тиклем матур, йылы, әле генә яуып үткән ямғырҙан һуң саф һауа, бөтә ерҙә йәшеллек ине. Усаҡтар яғылып, самауырҙар ҡайнап сығыуға мәктәптең "Юлдаш" лагерында йөрөүсе балалар, лагерь етәксеһе Илүзә Әфләтүнова, вожатыйҙар Рәшиҙә Хәйҙәрова, Рима Мырҙина, Эльмира Ғәбдрәшитовалар килеп етте.

Балалар ҡайҙа ла бала инде. Ялан шунда уҡ шаярған, йүгергән, һикергән, көлгән, ҡысҡырған, шат балалар тауышына күмелде.

Нимәне аңлата һуң Сәғәт һуғыу көнө? Башҡорттарҙа борон-борондан 7 июнде сәғәт һуҡҡан көн, тиҙәр. Ошо мәлдән алып һыу инергә, йылы тупраҡҡа йәшелсә ултыртырға мөмкин булған. Йәй ултырыуы, йәғни көн йылыныуы башлана. Был көндө ҡайын япрағы йыйып, мунса инәләр, йыуынып таҙарыналар. Байрам ваҡытында "сәғәт һуҡҡан көн һабантуй кеүек үтә" ти халыҡ: көрәш, ат сабыш, йүгереш була. Был байрам ял көнөнә тура килеү-килмәүенә ҡарамай үтәлә, бөтөн тирә-яҡ ауылдарҙан йыйыла. Оло инәйҙәр ошо көндә төйөнсөккә япраҡ йыйып алып ҡайта, эҫеләп бешереп, сәй эсә. Уның шифаһы көслө була, тиҙәр.

Был мәл сәсеү бөткән ваҡытҡа тура килә. Ошо ваҡытта һыйыр ағын йыйып ҡалалар. Шифалы май ҙа ошо ваҡытта йыйыла.

Бына ошолар хаҡында һөйләне лә инде байрамға килеүселәргә тыл ветераны Рәйлә Әминева, мәғариф ветераны Гөлдәр Әлибаева, хеҙмәт ветераны Фәриҙә Әхмәтова, "Ағинәйҙәр" клубы рәйесе Гөлдәр Юлмөхәмәтова. Фәриҙә Асҡарова, ҡәйнәм Рәйлә Кинйәбулатова, йәш килендәр Азалия Ғәлина, Миләүшә Ямалова, Билал, Һәмән ҡатын - ҡыҙҙар советы рәйестәре Илдүсә Әминева, Айгөл Сафина байрамға килеүселәргә яңы уйындарҙан тыш, хәҙер инде онотола барған боронғо уйындар үткәрешергә лә ярҙам итте. "Зилим", "Наза", "Ниндәй буяу ?", "Үгеҙ йөҙөк" кеүек уйындарҙан береһе лә ситтә ҡалманы.

Байрам уңған ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ әҙерләгән тәм - томдар, Сәғилә Ғайсина ҡайнатҡан самауыр сәйе эсеү менән тамамланды. Инәйҙәр аят уҡыны, ил - йорт тыныслығын, бәрәкәтле, оҙон ғүмер теләне. Беҙ үҙебеҙҙең йолаларыбыҙҙы белеү генә түгел, үҫеп килгән йәш быуынға еткерергә лә бурыслыбыҙ. Сәғәт һуҡты! Тәбиғәттең һәр нәмәһе шифалы. Тик, уның ҡәҙерен белеп, рәхмәтле була беләйек.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға