«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 50 йәштән һуң ир-ат ниңә "ҡатындар эше"н һайлай?



14.06.2019 50 йәштән һуң ир-ат ниңә "ҡатындар эше"н һайлай?

Рәсәй граждандарына 50 йәштән һуң яҡшы эш табыу ауырға төшә. Белгестәр, тикшеренгән дә, ошондай һөҙөмтәгә килгән. Быны ни, тикшермәй-нитмәй генә лә белеп була.

Әлеге проблема 2010 йылдан һуң бигерәк тә киҫкенләшкән. Юғары иҡтисад мәктәбе һәм РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының (РАНХиГС) ғилми хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, лайыҡлы түләүле эште айырыуса өлкәнәйеп барған, әммә пенсияға етмәгән ир-ат таба алмай ҡаңғыра. Етмәһә, юғары белеме лә булмаһа...

Тапҡан хәлдә лә, был эш - йә сауҙа йә хеҙмәтләндереү өлкәһендә. 50 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙға анһатыраҡ әле.
Әйткәндәй, дәүләт хеҙмәтендә пенсия йәшендәге гүзәл зат, шул йәш самаһындағы ир-егеттәргә ҡарағанда, биш тапҡыр артығыраҡ.

Эйе, эш табыу проблемаһы бар. Шул арҡала киләсәктә типһә тимер өҙөрлөк ирҙәр ҙә ҡатындар эшен (еңелерәк һаналған) башҡарырға мәжбүр ҡаласаҡ. Мәҫәлән, гардеробсы, кондуктор, консьерж... Пенсияға сығыу йәшен оҙонайтыу арҡаһында был, ти эксперттар.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға