17.06.2019 “Самауыр янында” бергә булайыҡ!
“Юлдаш” радиоһының тапшырыуҙары араһында “Самауыр янында” тип аталған көндәлек программа айырым урын алып тора. Ул төбәктәрҙә бер донъя, бер мөрйә булып йәшәгән бөтә ғаилә бер табын артына йыйылған ваҡытта, төшкө аш мәлендә, сыға.
Эфирҙа төшкө программалар йолаһы беҙҙә күптән килә. Уны тормошто бөтә тулылығында тойған, ҙур тәжрибәгә эйә журналистар Нурия Абдуллина, Миләүшә Ғәлиева, Зөлфиә Рәхмәтуллина, Зөһрә Арсаева, Гүзәл Зарипова алып барҙы.
Бөгөн дә “Самауыр янында” программаһы менән эфир ҡосағына йәшәйешебеҙҙең мөмкин тиклем күберәк өлкәһен, йүнәлешен, ваҡиғаһын һыйҙырырға тырышабыҙ.
Темаларыбыҙ араһында төрлөһө бар – рухыбыҙҙы нығытыусылары ла, йәмәғәтселекте күптән борсоғандары, тормошсандары ла. Көндәлек актуаль темаларға ла иғтибар итәбеҙ. Дин, фәлсәфә, тәбиғәт, ғаилә, мәҙәниәт-сәнғәт, эшҡыуарлыҡ, сәләмәтлек, йорт-ихата-ҡаралты һәм башҡаһына ла урын бар бында.
Бөгөн “Самауыр янында” программаһына ҡағылышлы эфир йөгөн алып барыусылар Нурия Кинйәбаева менән Гөлназ Хәлитова күтәрә.
Темалар буйынса радиоһөйләшеүҙәргә береһенән-береһе шәп ҡунаҡтар, үҙ өлкәһенең оҫталары, белгестәр саҡырыла. Мәғлүмәт биреүҙән тыш, тыңлаусыларҙың көндәлек тормошон йәмләү, йәнле аралашыу аша йәшәйештәрен тойоу маҡсатын да алдыбыҙға ҡуябыҙ.
Дуҫтарыбыҙ тура эфирҙа ойошторолған көндәлек әңгәмәләргә 285-77-85 телефоны йәки, 89371675466 һандарын йыйып, ватсап ҡушымтаһы аша ла ҡушыла. Самауыр янында ла бергә булайыҡ!
Интернеттағы адресыбыҙ – юлдашфм.ру