14.06.2019 Республика матбуғаты байрамы менән, дуҫтар!
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
Был датаны байрам итеү тураһындағы указ 1998 йылда сыҡҡан. Әммә Башҡортостан журналистарының һөнәри байрам тарихы 20-се быуат баштарына барып тоташа. 1917 йылдың 14 июнендә “Мөхбир” гәзитенең тәүге һаны донъя күргән. Баҫмала милли-азатлыҡ хәрәкәте тураһында мәҡәләләр урын алған.
Бөгөн республикала 160-лап гәзит-журнал нәшер ителә. Улар башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә баҫтырыла. Йылдан-йыл электрон матбуғат саралары һаны ла арта. Радио һәм телеканалдар ҙа киң мәғлүмәт саралары араһында ныҡлы урын алып тора.