«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » НХЛ-да яңы еңеүсе



13.06.2019 НХЛ-да яңы еңеүсе

Стэнли кубогының сираттағы еңеүсеһе булып, үҙ тарихында тәүгә "Сент-Луиз Блюз" командаһы танылды.

Улар плей-оффтың етенсе хәл иткес осрашыуында "Бостон Брюинз" клубын 4:1 иҫәбенә отоп, 52 йылдан яңы тарихи битен асты. Еңеүсе составында Рәсәй уйынсыларынан Владимир Тарасенко менән Иван Барбашев дөйөм уңышҡа тос өлөшөн индерҙе.

"Сент-Луиз" үҙ тарихында 1970 йылда бер тапҡыр финалда уйнай һәм шул уҡ "Бостон"ға отола. Улар даими беренселек барышында 37 уйындан һуң, турнир таблицаһында һуңғы урын биләй. Һәм ҡапҡасылары алмашынғас, эштәре яйға һалына һәм һөҙөмтәһен күреп тораһығыҙ. Ә инде "Бостон" үҙ тарихында алты тапҡыр төп кубокты яулай. Һуңғы тапҡыр улар 2011 йылда уңышҡа ҡаҙана.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға