12.06.2019 Ғаиләһе менән һәләк булғандар
11 июнь кисе Бөрйән районындағы аяныслы фажиғә менән тамамланды.
Ҡағы-Иске Собханғол юлында, Иҫке Мөсәт ауылы янында "КамАЗ" менән "Лада Ларгус" бәрелешкән. Еңел машинала ултырған ғаилә - ир, ҡатын, 3 һәм 5 йәштәге малайҙар үлгән.
Фажиғә урынына ҡотҡарыусылар полиция килеп еткән, сәбәптәре тикшерелә.