11.06.2019 Эш аҙнаһы дүрт көн?!
Тиҙҙән эш көндәренең кәмеүе ихтимал. Нисек, йоманы ял итәбеҙме әллә дүшәмбенеме?
Хеҙмәт баҙарындағы хәл-әхүәлдәрҙе иҫәпкә алып, барлыҡ ҡыҙыҡһыныусы яҡтың фекерен тыңлап, киләсәктә, бәлки, дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеүебеҙ бар. Был үҙгәреш эш кешеһенең һаулығына ла ыңғай йоғонто яһар ине. Шулай ти белгестәр. Уларҙы Дәүләт Думаһы депутаттары ла хуплай шикелле.
Элегерәк Премьер-министр Дмитрий Медведев та, Халыҡ-ара хеҙмәт конференцияһында сығыш яһағанда, социаль-хеҙмәт контракты нигеҙендә дүрт көнлөк эш аҙнаһы булыуы ихтимал, тигән. Ғөмүмән, эш урыны, эш көнө тигән нәмәләрҙе яңынан ҡарарға кәрәк.
Дәүләт Думаһының хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт комитеты рәйесе Ярослав Нилов билдәләүенсә, халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының база принциптары бынан 100 йыл элек ҡабул ителгән. Ә әле донъя көн һайын үҙгәрә. Беҙҙең алда яңы технологиялар, яһалма интеллект һ.б. тора. Ҡасан ғына предприятиела, мәҫәлән, ун кеше эшләһә, хәҙер уларҙы бер оператор ҙа компьютер алмаштырған.
Шулай, йәмәғәт, эш аҙнаһы башлана ла тиҙ генә бөтәсәк тә. Эшләп кенә өлгөрөргә кәрәк. Бер һорау борсой: ә дүрт көн эшләһәк, хеҙмәт хаҡы нисегерәк булыр һуң?