«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө халҡы иртәгә айыҡ йөрөйәсәк



11.06.2019 Өфө халҡы иртәгә айыҡ йөрөйәсәк

Бөгөн ил халҡын ҡыҫҡартылған эш көнө көтә, ә иртәгә, 12 июндә, Рәсәй көнөн билдәләйәсәкбеҙ.

Был көндө Өфө 445-се тыуған көнөн һәм Салауат Юлаевтың 265 йыллығын байрам итә. Һабантуй көндәрендә (документтарҙа 12 июнь тап шулай яҙылған) спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһында республика законының үҙ көсөнә инеүенә бәйле, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өс байрамды ла хәмерһеҙ үткәрәсәк.

Иртәгә Өфө агломерацияһы магазиндарында, супермаркеттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.

Яңы законға ярашлы, Башҡортостанда һабантуй көндәрендә, Һуңғы ҡыңғырау байрамында (25 майҙа), Белем көнөндә (1 сентябрҙә) һәм Йәштәр көнөндә (27 июндә) алкоголь һатырға ярамай.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға