«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Июлдән газға яңы хаҡ була



11.06.2019 Июлдән газға яңы хаҡ була

"Зәңгәр яғыулыҡ"ҡа хаҡ арта.

Беҙҙең милләт байлығы - "Газпром" йәйгелеккә шәп хәбәр еткерә: халыҡ һәм сәнәғәттә ҡулланған өсөн газ хаҡы 1 июлдән 1,4 процентҡа арта.

Күҙаллауҙарынса, киләһе йылда тарифтар тағы ла өс процентҡа күтәреләсәк. Хаҡтар яғыулыҡ ҡулланыуҙы иҫәпләүҙең интеллектуаль системаһын индереү арҡаһында арта. Был система, баҡһаң, 385 миллиард һумға төшә икән. Уны, әлбиттә, газ һатып табасаҡтар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға