11.06.2019 Сәғәтле фонтанмы әллә фонтанлы сәғәтме?
Иртәгә байрамда ниһайәт фонтанлы сәғәт асыласаҡ
Ул баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙанда урынлашҡан. Ҡоролманы 2014 йылда уҡ төҙөй башлағандар, тик бер аҙҙан бар эштәр туҡтатылған булған.
Бөгөнгә унда бар конструкция ҡоролған, һыу һәм электр тәьминәте ҡуйылған, кәртәләр алып ташланған. Боҙоҡ уйлы кешеләрҙән һаҡланыр өсөн видеокүҙәтеү бар.
Фонтан һыуы урғылғанда уттар янып, музыка яңғыраясаҡ. Ваҡытты белер өсөн иң көслө ағымды күҙәтергә кәрәк. Циферблат секундтарын 60 яҡтыртҡыс күрһәтәсәк.