10.06.2019 "Алға" берҙәм транспорт картаһы булдырылды
Тимәк, АЛҒА! Башҡортостанда ла хәҙер Берҙәм транспорт картаһы бар. Юҡ, әле йөрөгәне түгел, ә яңыһы, исемлеһе. "Алға" тип атала ул.
БР Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһендә пассажирҙар ташыуҙы камиллаштырыу буйынса эштәр тураһында отчеттар тыңланды. Беләһегеҙ, "нелегалдар"ҙың эшмәкәрлеген тыйыу, тәртип урынлаштырыу мәсьәләһе күтәрелгәйне.
Тиҙҙән пассажирҙар өсөн уңайлы яңы автобустар ҙа алынасаҡ. Бөтә район үҙәктәренән дә баш ҡалаға автобустар йөрөйәсәк.
Өфөлә лә эштәр бара. Туҡталыштар берҙәм өлгө буйынса ҡорола. Моғайын, пассажирҙар ҡәнәғәт ҡалыр.
1 июлдән Берҙәм транспорт картаһы эшләй башлай. "Алға" картаһы бөтә йәмәғәт транспортына иҫәпләнгән. Автобус салондарында махсус терминалдар ҡуйыла. Картаны махсус урындарҙа һатасаҡтар. "Уралсиб", "Һаҡлыҡ банкы"нда ла алырға, аҡса һалырға мөмкин. Онлайн буйынса ла сервис асыла.
Карта менән йөрөү арзанға төшәсәк. Ҡыҫҡаһы, "Алға"һыҙ ҡалып ҡуймағыҙ.