«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Инвестициялар өсөн илдең һәр субъекты көрәш алып бара



10.06.2019 Инвестициялар өсөн илдең һәр субъекты көрәш алып бара

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында лайыҡлы ҡатнашты.

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә һөҙөмтәләр тураһында вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов һөйләне.

Республика делегацияһын БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләгәйне.

Форумда барлығы 24 килешеү төҙөлгән. Шул иҫәптән 11 инвестиция килешеүе, тағы шул күләмдә предприятие һәм ойошмалар менән, ике килешеү РФ субъекттары менән. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 81,82 миллиард һум тәшкил итәсәк. Улар ғәмәлгә ашырылғанда 2963 яңы эш урыны булдырыу ҡарала.

Был күрһәткестәр Башҡортостандың ошо форумда ҡатнашыу тарихында рекордлы тип баһаланды.

Килешеүҙәрҙең ҡайһы берҙәрен телгә алғанда, "Өфө" транспорт агрологистик парк булдырыу тураһында килешеүҙе атарға мөмкин. Ул "ПСК-6" компанияһы менән берлектә ғәмәлгә ашырыласаҡ. 2000 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.

Салауатта катализатор заводы төҙөү буйынса килешеү имзаланды. Бында 250 эш урыны буласаҡ.

"Рәсәй почтаһы" менән 1,5 миллиард һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ул логистик үҙәк төҙөүҙе күҙаллай. 150 яңы эш урыны булдырыу көтөлә.

Әйткәндәй, Башҡортостан делегацияһы Стратегик инициативалар агентлығы сессияһында ҡатнашҡан. Унда инвестиция климаты торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре әйтелгән. Беҙҙең республика 16-сы баҫҡыста. Үткән күрһәткестән ете позицияға өҫкәрәк менгән.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға