08.06.2019 Табутҡа әйләнмәһен һыуытҡыстар!
Йөрәкте тетрәндереп, тағы ике бала фажиғәле һәләк булған. Был юлы ябай ғына көнкүреш әйбере балаларҙың ғүмерен өҙгән - һыуытҡыс.
Фажиғә 3 июндә Ҡырғыҙстандың Михайловка ауылында теркәлгән. Дүрт һәм алты йәшлек малаҡайҙар ҡапҡа эсендә торған Бохар замандағы ЗИЛ һыуытҡысына ингән дә, арттарынса һыуытҡыстың ишеге ябылған. Ишекте асып, кире сыға алмаған сабыйҙар. Уларҙы сәғәт ун икенән алып киске бишкәсә эҙләгәндәр. Тапҡандар - ике мәйет...
Тәртипле, тыныс тәбиғәтле Николай менән Дмитрий ҡапҡа эсендә генә уйнаған, һорауһыҙ урамға сыҡмаған. Сәғәт 11:30 балаларҙың ҡапҡа эсендә уйнап йөрөгәне билдәле. Был ваҡытта әсәйҙәре өйҙә 6 айлыҡ ҡыҙын имеҙгән, атай кеше хужалыҡ эштәре менән булышҡан. Ярты сәғәттән балаларҙы юғалтып, эҙләй башлағандар. Күптәр балаларҙы эҙләшкән. Ҡарамаған ерҙәре ҡалмаған.
Малайҙарҙы 2-се синыфта уҡыған Владимир ҙа эҙләшкән. Тап Владимир иҫке һыуытҡысты асып ҡарай. Ә унда - ҡосаҡлашып ҡына йән биргән Николай менән Дмитрий. Кейемдәре һыуланып бөткән булған бахырҡайҙарҙың. Һауа етмәгәнлектән тирләгәндәр шулай.
Һыуытҡысты бәләкәстәр эске яҡтан тырнап, һыҙырып бөткән, ярҙамға ла саҡырғандарҙыр ҙа, тик уларҙы ишетеүсе булмаған, үкенескә. Үҙаллы ишекте аса алмағандар, сөнки совет осоронда яһалған һыуытҡыстарҙың сифаты юғары булғас, ишеге һаманғаса ныҡ ябыла.
Балаҡайҙар һыуытҡыс эсенә фонарик тотоп ингән, ҡараңғыла һыуытҡыстың эсен ҡарарға ниәтләгәндәрҙер...
Ә бит биш йыл элек Нижегородский өлкәһендә шулай уҡ 4 һәм 6 йәшлек ике ҡыҙыҡай йәшенмәк уйнап йөрөгәндә тышта торған һыуытҡыс эсенә инеп, кире сыға алмай, тонсоғоп йән биргәйне. 2007 йылда ла Ҡырымда 5 йәшлек малай менән 4 йәшлек ҡыҙыҡай ЗИЛ һыуытҡысына инеп, тонсоғоп үлде. Быйыл ғинуарҙа АҠШ-та ла өс бәләкәй бала һыуытҡыстан сыға алмай һәләк булды, былтыр Красноярск крайында 3 һәм 4 йәшлек ике малаҡай өсөн "Мир" һыуытҡысы табутҡа әйләнде... Барыһы ла йәшенмәк уйнаған. Үлем менән.
Бикле сабыйҙарҙың ниҙәр кисергәнен күҙ алдына килтереп, тын алыуҙары ауырлашты, һауа етмәй китте...
Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, ата-әсәләр! Ҡыуандырып ҡына йәшәһендәр, үҫһендәр, әрәм булмаһындар!