«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кемдәрҙең Башлыҡ булғыһы килә икән, ике аҙнанан күрербеҙ



07.06.2019 Кемдәрҙең Башлыҡ булғыһы килә икән, ике аҙнанан күрербеҙ

Быйыл көҙ, 8 сентябрҙә беҙ республикаға Башлыҡ һайлаясаҡбыҙ. 20 июнгә тиклем партиялар үҙ кандидаттарын күрһәтеп бөтөргә тейеш.

Башлыҡтан тыш, урындағы советҡа депутаттар ҙа һайлау ҙа үтә. Дөйөм алғанда, кампанияға 400 миллион һум тотоноласаҡ.

Бюллетендәрҙе автоматик рәүештә һанау өсөн КОИБ-тар ҙа ҡулланыла. Ә улар беҙҙә етмәй. Тимәк, башҡа төбәктәрҙән ҡуртымға алырға тура киләсәк. Уларға өҫтәмә 7 - 8 миллион һум аҡса талап ителә.

Әйткәндәй, әҙме-күпме буласаҡ кандидаттар хаҡында ишетеп торабыҙ. Бына сираттағыһы: "Российская партия пенсионеров за социальную справедливость" үҙенең кешеһен күрһәтте. Активист Владимир Кобзев документтарын әҙерләгән икән. Һеҙ уны беләһегеҙме? Һайлар инегеҙме? Хәйер, яуап кәрәкмәй, был - һеҙҙең хоҡуҡ.

Исемлек оҙон булырмы икән? Бына шул ҡыҙыҡһындыра. Һайлап-һайлап алып, Башлыҡлы булырға теләй кешеләр.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға