06.06.2019 Ауыл халҡының тормошон хәстәрләп
Рәсәй Хөкүмәте «Ауыл ерҙәрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһын раҫланы. Ул 2020 йылдан ғәмәлгә инәсәк. 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт программаһын РФ Президенты Владимир Путиндың йөкләмәһе буйынса РФ Ауыл хужалығы министрлығы эшләгән. Документа ҡаралған саралар ауыл халҡының тормош кимәлен күтәреүгә һәм мәшғүллеген арттырыуға, илдәге халыҡ иҫәбендә ауыл халҡының өлөшөн һаҡлауға , ауылдарҙа тормош өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Проектта һүҙ һыу менән тәьмин итеү, элемтә һәм телекоммуникация сараларын үҫтереү, «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа менән ҡулланыусылар һанын арттырыу, юлдар төҙөү, белем биреү һәм сәләмәтлекте һаҡлау буйынса социаль хеҙмәт күрһәтеүҙә шарттарҙы яҡшыртыу тураһында бара.
Ауыл ерендә йорт һатып алыу йәки төҙөү өсөн льготалы кредиттарҙы 3 процент ставка менән, ауылдағы йорт эргәһен төҙөкләндереү, инженер йыһаздарын һатып алыу өсөн ҡулланыусы кредиттарын 5 процент ставка менән алырға мөмкин буласаҡ. Әле «Россельхозбанк» менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Программалағы саралар агросәнәғәт өлкәһендә эшләүселәргә генә түгел, башҡа тармаҡтағы хеҙмәткәрҙәргә лә ҡағыла. Уның бюджеты 2,2 трлн. һум менән баһалана.